СОСНОВКА, Ҡ а р а т а л, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 62 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 145 кеше; 1959 — 341; 1989 — 527; 2002 — 530; 2010 — 407 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Йылайыр” ЯСЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар. Ауылға 1929 й. Йылайыр с‑зы ойошторолған ваҡытта элекке Сосновский утары урынында совхоздың Сосновка бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2008 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Ә.З.Сәйғәфәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика