СОРҒОЛДО, Вәзит, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Башҡы й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 439 кеше; 1920 — 631; 1939 — 775; 1959 — 917; 1989 — 523; 2002 — 484 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы С.М.Киров ис. АХПК‑ла эшләй. Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы Аҡсәйет а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 28 йортта 158 кеше йәшәгән. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. М.Б.Бәҙретдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика