СОНЕТ (итал. sonetto), 2 дүрт юллыҡтан (катрендан) һәм 2 өс юллыҡтан (терцеттан) торған 14 юллыҡ ныҡлы шиғри форма; катрендарҙа — 2 рифма, терцеттарҙа 2 йәки 3 рифма ҡабатлана. С. рифма схемаһы: абаб, абаб йәки абба, абба (катрендар); вгв, гвг йәки вгд, вгд (терцеттар). Композицион үҙенсәлектәре: 1‑се катрен теманы билдәләй, 2‑һе шиғри фекерҙе кульминация кимәленә тиклем үҫтерә, һуңғы строфалар сиселеш булып тора. Башҡорт әҙәбиәтендә С. 20 б. 30‑сы йй. М.Хәй ижадында үҫеш ала. С. Я.Ҡолмой (“Яҙылмаған сонет”, “Саф нур”), М.Ғәли (“Ҡурайсыңдар”), Сәсәниә (“Генератор” С. циклы), А.Р.Ғарифуллина (“Мираҫ”, “Ижад”) һ.б. ижадында урын ала. Ҡатмарлы шиғри структуралы С. (С. веногы – 15 С. торған, һәр С. һуңғы юлы киләһе С. тәүге юлы, ә һуңғы С. алда килгәндәренең тәүге юлдарынан торған әҫәр) Ә.А.Таһирова мөрәжәғәт итә (“Әсә һуҡмағы”, “Мария”, “Икмәк – ер ҡояшы” һ.б.).

Әҙәб.: Ҡасҡынова Г.Н. Хәҙерге башҡорт шиғриәтендә структур поэтика мәсьәләләре. Өфө, 2007.

Г.Н.Ҡасҡынова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика