СОЛТАНМОРАТ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Солтанморат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Түрһәғәҙе й. (Ауырғазы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1382 кеше; 1920 — 1999; 1939 — 1839; 1959 — 1361; 1989 — 714; 2002 — 721 кеше. Татарҙар йәшәй. С. — “Ураҡ” ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1761 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1756 й.) керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Мишәр старшинаһы Солтанморат Янышев исеме м‑н аталған. 1795 й. 60 йортта 408 кеше йәшәгән. 1865 й. С. ике ауыл булараҡ иҫәпкә алынған: беренсеһендә 100 йортта 934 кеше йәшәгән (игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр; мәсет, училище булған), икенсеһендә 223 йортта — 1378 кеше (мәсет, училище, һыу тирмәне булған). Һуңынан был ауылдар бергә иҫәпкә алына. 1906 й. 2 мәсет, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.В.Боғҙанов, В.А.Вәхитов, Ғәлимйән Ғ.Ибраһимов, С.Рәхмәтулла ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика