СОЛТАНГӘРӘЕВА Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы (28.3.1955, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Яңы Сәпәш  а.), фольклорсы, сәсән. Филол. ф. д‑ры (2003). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). БДПИ‑ны тамамлаған (1977). 1982 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй: 1991 й. — өлкән ғилми, 2003 й. — төп ғилми, 2007 й. — баш ғилми хеҙм‑р. 1982 й. башлап (2003 й. алып етәксе) Башҡ‑н, ш. уҡ Ҡурған, Пермь, Силәбе, Һамар, Һарытау өлк. буйлап фольклор‑этнографик экспедицияларында ҡатнаша. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. йола фольклорының сығанаҡтарын, үҙенсәлектәрен, поэтикаһын өйрәнеүгә арналған. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. С. ҡобайырҙары уның “Ҡобайырым һиңә, илем” (1996), “Рух терәге — ҡобайыр” (2005) йыйынтыҡтарына ингән. 2011 й. алып Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Халыҡ-ара аҡындар һәм дастансылар конкурсы (Алматы, 1996), Ғ.Әлмөхәмәтов ис. призға йәш йырсыларҙың респ. конкурсы (1984) лауреаты; Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале (Мәскәү, 1985), Халыҡ‑ара сәсәндәр фестивале (Элиста, 2007), Халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй “Рәсәй тауыштары” телерадиоконкурсы (Смоленск ҡ., 1991) дипломанты. Аҡмулла ис. пр. лауреаты (1991). Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2005).

Хеҙм.: Семейно‑бытовой обрядовый фольклор башкирского народа. Уфа, 1998; Жизнь человека в обряде. Уфа, 2006; Башкирский народный курэш. Уфа, 2009.

Әҙәб.: Шәкүр Р. Баш йортобоҙ — Башҡортостан. Өфө, 2011.

 Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика