СОЛТАН, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Кандаковка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 19 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Ҡыйғы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 118 кеше; 1939 — 165; 1959 — 265; 1989 — 239; 2002 — 254; 2010 — 242 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Түб. Ҡыйғы урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1909 й. Златоуст өйәҙендә Солдатовка исеме м‑н нигеҙ һалына. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә (ауыл кешеләренең береһе Солтан Вәли исеменән).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика