СОҠСОН ТАУ ЗАВОДТАРЫ АКЦИОНЕРҘАР ШИРҠӘТЕ, 1848 й.С.‑Петербургта Эҫем тау округы (ҡара: Тау округтары) базаһында ойошторола. Акцияларҙың төп өлөшө (3000) Демидовтарҙың кредиторҙары ҡулында булған, улар директорҙар советын (А.М.Борх,А.А.Гитшов, П.Г.Демидов, Г.В.Лерхе, И.А.Фуллон) барлыҡҡа килтергән. 1849 й. төп капиталы яҡынса 1,8 млн һум (500 һумлыҡ 3600 акция) тәшкил иткән. С.т.з.а.ш. күсемһеҙ милке 2,35 млн һум күләмендә баһаланған. Ширҡәт Ашапзаводы, Бым заводы, Камбарка заводы, Молебск, Соҡсон заводтары, Тиса заводы, Уткинский һәм Шаква з‑дтары хужаһы булған, Ырымбур губернаһында һәм Пермь губернаһында 509 мең дисәтинәгә яҡын ер биләгән. 1848—60 йй. С.т.з.а.ш. йыл һайын яҡынса 12 мең бот баҡыр һәм 310 мең бот тимер иретелгән. Йыллыҡ килем 106 мең һум самаһы, бер акцияға уртаса килем — 11 һум (2,5%); 1862 й. бурысы 1,086 млн һум тәшкил иткән.1863 й. ширҡәттең эшмәкәрлеге туҡтатылып, заводтары дәүләт идараһына тапшырыла.

Р.З.Мөҙәрисов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика