СОҠСОН ЗАВОДЫ, 1727 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы башҡорттары ерҙәрендә Соҡсон й. (Сылва й. ҡушылдығы) буйында А.Н.Демидов (ҡара: Демидовтар) тарафынан баҡыр иретеү һәм тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Демидовтар, 1848 й. алып Соҡсон тау заводтары акционерҙар ширҡәте, 1863 й. — ҡаҙна, 1886 й. — А.П.Демидов, 1893 й. — Ағалы‑ҡустылы Каменскийҙарҙың сауҙа йорто; 1918 й. апр. национализациялана. Соҡсон тау округына ингән. 1729 й. эшләй башлай. 2 баҡыр иретеү һәм шплейзофен мейесе, 12 тимерлек горны, 19 б. аҙ. 2 пудлингылау мейесе, 3 крица горны, 6 крица станы, һауа өрҙөрөү тирмәне була. 18 б. аҙ. 119,8 мең дисәтинә ер биләй. 1773 й. заводта — 690 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), 1033 заводҡа беркетелгән крәҫтиән иҫәпләнә. 1720—40 йй. С.з. йылына 1,5 мең бот, 1740—50 йй. 530 бот баҡыр иретелә; 1800—1900 йй. яҡынса 1 млн бот тимер етештерелә, макс. етештереүсәнлек — 108,8 мең бот (1861). 19 б. уртаһында — тимер алыуҙың контуаз ысулы, 1857 й. пудлингылау үҙләштерелә. 1893 й. ағас бысыу заводы итеп үҙгәртелә, 1899—1900 йй. сортлы тимер һәм баҡыр етештереү тергеҙелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) ваҡытында завод талана. Беренсе донъя һуғышы йылдарында С.з. сортлы тимер етештереү тергеҙелә һәм ялан кухнялары өсөн ҡаҙандар сығарыу үҙләштерелә. 1992 й. башлап “Соҡсон оптика‑механика заводы” ААЙ. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Пермь крайының Соҡсон ҡасабаһы урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика