СОҠОРОЙ Ғәли (Кейеков Мөхәмәтғәли Ғәбдессәлих улы; 1826, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Иҫке Соҡор а., хәҙ. БР‑ҙың Тәтешле р‑ны — 10.12.1889, шунда уҡ), башҡ. суфый шағиры. Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1850) ш. уҡ уҡыта, 1852 й. тыуған ауылына ҡайта. Уның ижади формалашыуында Ш.Зәки ҙур роль уйнай. Төрки, ғәрәп, фарсы телдәрендә яҙа. С. ижадын күп һанлы (уның 100‑гә яҡын әҫәре һаҡланған; 10‑ға яҡын китабы баҫылып сыҡҡан, 5‑һе шағир үҙе тере саҡта) дини һәм донъяуи темаларға яҙылған әҫәрҙәр тәшкил итә. “Фосули әрбаға” (“Йылдың дүрт миҙгеле”) шиғырҙар циклы 19 б. башҡ. лирик шиғриәтенең иң яҡшы өлгөләренең береһе һанала. “Дөрри Ғәли” (1873; “Ғәли гәүһәрҙәре”), “Шәмғ әз‑зия” (1883; “Шәм яҡтыһы”), “Мәдхи Ҡазан” (1889; “Ҡазанға мәҙхиә”), “Дөрр әл‑кәлам” (1900; “Ҡиммәтле һүҙҙәр”) шиғри китаптары фән һәм белемде данлау, наҙанлыҡты, көсләүҙе һәм һуғыштарҙы тәнҡитләү мотивтары м‑н һуғарылған. Мәккә һәм Мәҙинәгә хаж ҡылыпҡайтҡас яҙылған “Нәсим әс-саба” (1872; “Иртәнге шәфәҡ еле”) хажнамәһендә тормош картиналары һәм деталдәре аныҡ күрһәтелә. С. “Ирәкте ырыуы шәжәрәһе”неңбер нисә вариантын төҙөгән. Башҡ. тәүарихтары традицияларында ижад ителгән “Тәүарихи Болғарийа, йәки Тәҡриби Ғари” (“Болғар тарихы, йәки яҡынса Ғари аңлатмаһы”) хеҙмәтендә Урал-Волга буйы мәҙәниәтенең тарихы тасуирланған. С. ҡулъяҙмалары ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Милли китапханала, Ҡазан һәм С.‑Петербург архивтарында һаҡлана. Тыуған ауылында Соҡорой Ғ.музейы асылған.

Әҫәрҙ.: Шәм яҡтыһы: шиғырҙар, сәсмә әҫәрҙәр, тарихи яҙмалар, хаттар. Өфө, 1995.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2‑се т. Өфө, 1990.

    М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Яндекс.Метрика