АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ ДАУАХАНАҺЫ, муниц. һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Дауахана стационарҙан (820 койка), диагностика хеҙмәтенән (5 бүлек, 2 лаб.), операция блогынан (22 операция залы), туҡланыу комб‑тынан һ.б. тора. Стационарҙа 18 клиник бүлек бар: гинекология, неврология, нейрохирургия, терапия, травматология, урология, миниинвазив һәм пластик хирургия һ.б. А.м.я.д. базаһында БДМУ‑ның 8 каф., Төбәк ҡан тамырҙары үҙәге эшләй. 2010 й. 200 табип һәм 442 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; 11 меңдән ашыу операция яһалған, шуларҙың 6 меңдән ашыуы — ашығыс. 1991 й. ойошторолған.

Ғ.Ш.Ишмөхәммәтов

Тәрж. Ә.Ф.Ҡарағужина

Текст на русском языке