СЛАВЯНДАР ТУРАҺЫНДА ФӘН, славистика, славян халыҡтарының теле, әҙәбиәте, фольклоры, тарихы, матди һәм рухи мәҙәниәте т‑дағы фәнни дисциплиналар йыйылмаһы. С.т.ф. барлыҡҡа килеүе 16—17 бб. ҡарай, ул ваҡытта төрлө славян грамматикалары барлыҡҡа килә.

Башҡортостанда С.т.ф. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. башлана: БДУ‑ла болгар, поляк, серб-хорват һәм чех телдәрен уҡытыу индерелә; славян телдәрен сағыштырма-тарихи һәм сағыштырма (Л.М.Васильев, В.Л.Ибраһимов, Б.Н.Кипарисов, Н.В.Черемисина, Ю.П.Чумакова һ.б.), славян әҙәбиәте әҫәрҙәрен (И.Г.Новикова, А.А.Писарев, Л.Т.Романова һ.б.) һәм фольклорҙы (Л.Г.Бараг, Б.Ғ.Әхмәтшин) өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәр яҙыла. Өфөлә “Башҡортостан славян халыҡтарының мәҙәни мираҫы” фәнни‑ғәмәли конференцияһы үткәрелә (1996). С.т.ф. б‑са фәнни‑ғәмәли эштәр ш. уҡ белорустарҙың “Спадчына” милли‑мәҙәни үҙәгендә, “Возрождение”ла, украиндарҙың “Кобзарь” респ. милли‑мәҙәни үҙәгендә, Башҡортостан урыҫтары соборында алып барыла.

Әҙәб.: Славянский филологический сборник. Уфа, 1962; Васильев Л.М. Теоретические проблемы общей лингвистики, славистики, русистики. Уфа, 2006; Россия и Польша: Полоника в этнокультурном пространстве. Уфа, 2007.

В.Л.Ибраһимова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика