СИХЫР, ҡ а р а м а г и я, объектҡа негатив биоэнергетик йоғонто яһап, уның гармонияһын боҙоу, өҙөү маҡсатын ҡуйған (үлем, ауырыу, рух төшөнкөлөгө саҡырыу, ғаилә боҙоу һ.б.) йолалар. Аҡ магиянан айырмалы рәүештә, С. башҡарыусы (сихырсы) ярҙам һорап яуыз ендәргә, ҡара көстәргә мөрәжәғәт итә, шуға ла С. дин яҡламай һәм уның символикаһы юҡ. С. комплексы вербаль (арбау, ҡарғыш һ.б.), парциональ (махсус предметтар ҡулланыу: ватыҡ көҙгө, көл, ҡәбер тупрағы, энә, өҙөк еп, яндырылған сәс), акциональ (махсус хәрәкәттәр) өлөштәрен үҙ эсенә ала. С. ҡайтарыуҙы муллалар, әүлиәләр Ҡөрьәндән махсус доғалар уҡыу, ҡаза күреүсегә өшкөртөлгән һыу бөркөү, ҡорбанға салынған мал ҡанын буяу, сыбыҡ, ҡамсы йәки тиҫбе м‑н һуғыу һ.б. ҡаршы йүнәлтелгән комплекслы юлдар аша башҡарған. Сихырсыны айырым билдәләре б‑са танығандар, унан ҡасҡандар, ситтәрәк йөрөгәндәр. Башҡаларға сихыр ебәргән кеше үҙ балаларына, ун ике быуын бөтә зат‑ырыуына ҡарғыш килтерә, тип иҫәпләнгән.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 1‑се т. Йола фольклоры. Өфө, 1995; Х и с а м и т д и н о в а Ф.Ғ. Башҡорттарҙың им‑том китабы. Өфө, 2006.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика