СИФАТ, исемдән килгән предметтың, ваҡиғаның йәки башҡа берәй билдәнең даими билдәһен (сифатын, үҙенсәлеген) аңлатҡан һүҙ төркөмө.

   Башҡорт телендә төп һәм шартлы сифат була. Төп С. предмет һәм күренештәрҙең тәбиғәтенә хас булған билдәләрҙе аңлата: төҫ, мәҫ., “ҡыҙыл”, “алһыу”; кеше һәм хайуандарҙың физик сифаттары: “көслө”, “һау”; тойғо м‑н ҡабул ителгән үҙенсәлектәр: “эҫе”, “тәмле”; психологик үҙенсәлектәр: “ҡыйыуһыҙ”, “баҫалҡы” һ.б. Башҡа предмет йәки күренештәрҙең, мәҫ., урыны: “алыҫтағы”, “өйҙәге”; ваҡыты: “бөгөнгө”, “яҙғы”; эш‑хәрәкәте: “айырым”, “ташландыҡ” б‑са икенсе предметтарға бәйләнеше шартлы С. тип атала. Хәҙ. башҡорт тел ғилемендә ш. уҡ бер предметтың икенсеһенә ҡарағанын күрһәткән эйәлек С. айырыла, мәҫ., “атайҙыҡы”, “өләсәйҙеке”. Төп С. 4 сағыштырыу дәрәжәһе бар: 1) С. башланғыс формаһы м‑н бирелгән төп, мәҫ., “ҙур”; 2) –раҡ аффиксы м‑н яһалған сағыштырыу: “ҙурыраҡ”; 3) редупликация “бәп-бәләкәй”; йәки “бик” көсәйтеү киҫәксәһе: “бик матур” ярҙамында яһалған артыҡлыҡ; 4) –ғыл(т), ‑са, ‑һыл, ‑һыу һ.б. аффикстар: “ҡыҙғылт”, “һалҡынса”; йәки “ғына/ҡына” сикләү киҫәксәһе м‑н яһалған: “йыйнаҡ ҡына” аҙһытыу дәрәжәләре. Башҡ. телендә С. грамматик категориялары юҡ; һөйләмдә, ҡағиҙә булараҡ, аныҡлаусы йәки хәбәр булып килә (ҡара: Синтаксис).

Г.Р.Абдуллина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика