СИТКӘ КИТЕП ЭШЛӘҮ, крәҫтиәндәрҙең ваҡытлыса эшләү өсөн даими йәшәгән урынынан сәнәғәт һәм а.х. үҫешкән райондарға китеүе. 17 б. барлыҡҡа килеп, Крәҫтиән реформаһынан һуң үҫеш алған. Башҡортостанда киң таралған ситтәге кәсептәр булып алпауыт имениеларында һәм хәлле крәҫтиәндәр хужалығында миҙгелле баҫыу эштәре, урман ҡырҡып ташыу, һал ағыҙыу, тау заводтары өсөн күмер үртәү, приискылар һәм рудниктарҙа эшләү, тимер юлдар төҙөү һәм йүнәтеү һаналған. Башҡортостандың көнбайышында — ер эшкәртеү, төньяғында — урман ҡырҡыу һәм һал ағыҙыу, көньяҡ һәм көнсығышында — тау заводтарында, Ташкент, Себер һәм Һамар—Златоуст т. юлдарында эшләү киң таралған була. Өфө губернаһында һәм Ырымбур губернаһында эске (яҡын) С.к.э. — тышҡыһынан (алыҫ), ирҙәрҙеке ҡатын- ҡыҙҙыҡынан өҫтөнлөк иткән. 1899— 1904 йй. Өфө губ. йыл һайын аҡса эшләргә китеү өсөн 8,5 меңгә яҡын паспорт бирелгән. 19 б. аҙ. крәҫтиән ситкә китеп, 3—6 айҙа 20—70 һум аҡса эшләй алған. С.к.э. 20 б. 30‑сы йй. уртаһына тиклем дауам иткән.

М.И.Роднов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика