СИТДИҠОВА Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы (10.6.1952, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Инйәр а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2007). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1995). Силәбе мәҙәниәт ин‑тын тамамлаған (1980). 1971 й. алып Белорет ҡ. төрлө уҡыу йорттарында эшләй, 1983 й. — “Урал” гәз. хеҙм‑ре (1986 й. бүлек мөдире, 1987 й. башлап мөхәррир урынбаҫары, 1989 й. — мөхәррир); 1995— 2008 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ком‑ты ағзаһы. Балалар өсөн яҙылған тәүге “Текетек” китабы 1994 й. сыға. С. ижады кешегә һөйөү һәм гуманистик идеалдарҙың тантана итеүенә ышаныс, лиризм м‑н һуғарылған. Нәсихәттәр, балалар өсөн әкиәттәр, шиғырҙар, эссе һ.б. үҙ эсенә алған “Йәннәт баҡсаһы” (2005), “Йәш ғаиләгә нәсихәттәр” (2006), “Күсле ил — көслө ил” (2007) һ.б. йыйынтыҡтар авторы. Әҫәрҙәре урыҫ теленә тәржемә ителгән. Башҡорт ҡатын‑ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе (2004—10). БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—3‑сө саҡырылыш депутаты.

Ә ҫ ә р ҙ.: Үҙ Ҡояшым, үҙ Айым: шиғри әкиәт, мәҡәлдәр донъяһы, яҙмышнамә. Өфө, 2002; Машина ниңә “дүрт‑дүрт”, ти?: шиғри әкиәт, мәҙәк һанашмаҡтар. Өфө, 2010; Ҡолонсаҡ — арғымаҡ булыр бер саҡ: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. Өфө, 2014. Әҙәб.: Ғ ә н и е в а Т.Ә. Уйсандар, һеҙгә өндәшәм…: әҙәби тәнҡит, ижади портреттар, һүрәтләмәләр. Өфө, 2009.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика