СИНГАРМОНИЗМ (гр. syјn — бергә һәм harmonia — ярашыу), морфонология күренештәренең береһе, һүҙҙең вокалик һәм консонант тышҡы күренешенең бер төрлө ойошоуын күрһәтә. Күберәк агглютинатив телдәргә хас; флектив телдәрҙә һүҙ баҫымы булып тора, һүҙ компоненттарының бүленмәүен, уларҙың бөтөнлөгөн һәм айырымлығын тәьмин итә. С. нигеҙендә һүҙ тамырындағы һуҙынҡының ниндәй ҙә булһа фонологик билдәһе ята, ул артабан килгән аффикстарға йоғонто яһай. Башҡорт телендә С.: 1) рәт билдәһе б‑са (алғы йәки артҡы; ҡара: Вокализм), мәҫ.: “аттарымдың” [а]тт[а]р[ы]мд[ы]ң, “эттәремдең” [эе]тт[ә]р[эе]мд[эе]ң һ.б.; ҡайһы бер ҡушма һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә рәт б‑са С. булмай: “көнбағыш” к[ө]нб[а]ғ[ы]ш, “мәғариф” м[ә]ғ[а]р[иф]; 2) иренләшеү б‑са (тик иренләшкән [оо], [ө] өндәренән һуң ғына): “тормошобоҙ” т[оо]рм[оо]ш[оо]б[оо]ҙ, “көлдөргөс” к[ө]лд[ө]рг[ө]с; һүҙҙә иренләшмәгән һуҙынҡы йәки [ү/ү] тартынҡыһы барлыҡҡа килһә, С. боҙола: “ойошмала” [оо]й[оо]шм[а]л[а], “көлөүе” к[ө]л[ө][үэе]; 3) һуҙынҡы м‑н тартынҡы араһында, һуҙынҡының рәт б‑са билдәһе тартынҡының ҡатылыҡ‑йомшаҡлыҡ б‑са билдәһенә йоғонто яһауы б‑са (ҡара: Консонантизм): “ҡайтманы” [ҡайтманы], “килмәне” [к'ил'м'ән'эе] айырыла. Башҡ. телендә С. аффикстарҙың вариантлылығына булышлыҡ итә: ‑дар/‑дәр, ‑ғыҙ/‑геҙ, ‑лоҡ/‑лөк һ.б.

Әҙәб.: Кейекбаев Ж.Ғ. Башҡорт теленең фонетикаһы. Өфө, 2002.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика