СИҘӘМ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 49 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 805 кеше; 1989 — 1648; 2002 — 1455 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Уралагро” ЯСЙ‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Дуҫлыҡ” халыҡ бейеүе ансамбле), китапхана бар.

Ауылға 1954 й. сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштергәндә “Урал” с‑зын ойоштороуға бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика