АШЫҒЫС МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ, ғүмергә хәүеф янаған осраҡтарҙа (травмалар, ағыуланыу, көтөлмәгән киҫкен ауырыуҙар, бала табыу һ.б.) дауалау-иҫкәртеү учреждениеларынан тыш халыҡҡа тәүлек әйләнәһенә кисектергеһеҙ мед. ярҙамы күрһәтеү системаһы. Һәләкәттәр медицинаһы хеҙмәте м‑н тығыҙ бәйләнгән. А.м.я. күрһәтеүҙе (өйҙә, хәл-ваҡиға урынында, юлда китеп барғанда) һәм зыян күргән, ауырыу кешеләрҙе (йоғошлоларҙан тыш), бала табыусы ҡатындарҙы, бала тапҡан ҡатындарҙы балалары м‑н бергә стационарҙарға ташыуҙы (мед. күрһәткестәре б‑са) дауаханалар һәм поликлиникалар эргәһендәге А.м.я. станциялары һәм бүлектәре табиптары һәм фельдшерҙарының күсмә бригадалары тормошҡа ашыра.

Башҡортостанда тәүге А.м.я. күрһәтеү учреждениеһы 1923 й. Өфө ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлеге тарафынан Үҙәк амбулатория эргәһендә пункт булараҡ ойошторола. Унда табиптар, фельдшерҙар һәм акушерҙар тәүлек буйына дежур итә, эшселәргә һәм хеҙм‑рҙәргә амбулатор һәм өйҙәрендә түләүһеҙ А.м.я. күрһәтә. 1927 й. саҡырыуҙар б‑са А.м.я. табип һәм 2 фельдшер күрһәтә, уларҙың сығып йөрөүен 2 еңел экипаж һәм ҡаты ауырығандарҙы ташыу өсөн карета тәьмин итә. 1934—35 йй. пункт нигеҙендә Үҙәк поликлиника эргәһендә Өфө А.м.я. станцияһы (1947 й. алып үҙ аллы учреждение) ойошторола. 2 табип һәм 3 фельдшерҙың сығып йөрөүен еңел экипаждар, карета һәм санитария машинаһы тәьмин итә. 1936 й. 1‑се Совет дауаханаһы (ҡара: Республика клиник дауаханаһы) нигеҙендә респ. алыҫ райондарындағы ауырыуҙарға А.м.я. күрһәтеү өсөн санитария авиацияһы станцияһы ойошторола. 1960 й. А.м.я. машиналары радиоаппаратура м‑н йыһазландырыла башлай. Өфөлә 1962 й. — А.м.я. кардиология, 1966 й. — инсультҡа ҡаршы неврология, 1970 й. — психоневрология, 1972 й. — ололарҙы дауалау өсөн токсикореанимация, 1981 й. балалар токсикореанимация бригадалары ойошторола. 40‑сы йй. алып респ. ҡала һәм район дауаханалары эргәһендә А.м.я. бүлектәре асыла башлай: 1960 й. — 12 А.м.я. станцияһы һәм бүлеге, санитария авиацияһы станцияһы, 1968 й. 13 А.м.я. станцияһы (Белорет, Бөрө, Бәләбәй, Ишембай, Күмертау, Нефтекама, Октябрьский, Өфө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Учалы ҡҡ.) һәм үҙәк район дауаханалары эргәһендә 47 бүлеге эшләй. 1989 й. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) А.м.я. һәм һәләкәттәр мед. каф. ойошторола. 1998 й. респ. А.м.я. 3 станцияһы (Өфөлә, Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта), 67 бүлеге (ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа — 28, ауылдарҙа — 39) һәм үҙәк район дауаханаларында 46 филиалы була. 1991 й. алып Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы эшләй, 2000 й. — Өфө А.м.я. станцияһы эргәһендә табип-консультация биреү хеҙмәте. 2008 й. БР‑ҙа А.м.я. 3 станцияһы (Өфөлә, Салауатта, Стәрлетамаҡта), үҙәк ҡала һәм район дауаханаларында, поликлиникаларында 59 бүлеге, тәүлек әйләнәһенә 312 бригада [82 табип (дөйөм профилле — 57, махсус — 25) һәм 230 фельдшер бригадалары], 300 табип һәм 1800 урта мед. хеҙм‑ре эшләгән; 1302238 саҡырыу хеҙмәтләндерелгән.

 

Һ.Н.Хунафин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке