СИДОРОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Үрге Ғәле а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 72 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 771 кеше; 1920 – 836; 1939 – 302; 1959 – 230; 1989 – 173; 2002 – 210 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы «“Урал” совхозы» МУАХП‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 19 б. аҙ. Орск өйәҙендә Сидоров утары булараҡ нигеҙ һалына. 1959 й. хәҙ. статусын ала, 1969 й. хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика