СИБӘҘЕ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Асауҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Байман й. (Гәрә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 592 кеше; 1920 — 698; 1939 — 536; 1959 — 459; 1989 — 198; 2002 — 169; 2010 — 146 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 1849 й. Бөрө өйәҙе Урман- Гәрә улусының Үрге һәм Түб. Сат аа. кешеләре үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 34 йортта 199 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 4 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика