СИБӘҒӘТОВ Радик Ғәли улы (29.5. 1934, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. — 6.5.2005, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БР‑ҙың (1993) һәм ТР‑ҙың (2004) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2002). Бөрө пед. ин‑тын (1958), Ленинград Юғары партия мәктәбен (1966) тамамлаған. 1957 й. алып “Ҡыҙыл таң” гәз. эшләй, 1970 й. башлап БДУ‑ла (1988 й. алып татар филол. каф. мөдире) уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге татар теленең тәржемә теорияһына, синтаксисына, тарихи үҫешенә, социолингвистика, этнолингвистика мәсьәләләренә һ.б. арналған. Байтаҡ публицистик мәҡәләләрендә мәҙәниәт, мәғариф, тел мәсьәләләре яҡтыртылған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Теория предикативности (на материале татарского языка). Саратов, 1984; Рус теленнән татар теленә тәрҗемә методикасының нигезләре. Уфа, 1979.

И.Ф.Зарипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика