СӘХӘБЕТДИНОВ Риф Рәйес улы (9.12.1955, Өфө), лётчик, ген.‑майор (2003). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2001). РФ‑тың атҡ. хәрби лётчигы (2005). Афғанстандағы (1983—84), Тажикстандағы (1994), Төньяҡ Кавказдағы (1996—2002) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Сызрань юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1977), Ю.А.Гагарин ис. Хәрби‑һауа акад. (Мәскәү өлк. Монино ҡасабаһы, 1988) тамамлаған. 1973 й. алып Совет Армияһында, 1992 й. — Рәсәй армияһында. Герой исеменә 58‑се дөйөм ғәскәри армияның авиация нач. полк. С. Төньяҡ Кавказ регионында хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн лайыҡ була. 2002 й. башлап Ленинград хәрби округының авиация нач., 2003 й. — Хәрби‑һауа көстәре һәм Һауа оборонаһының 6‑сы армияһының авиация нач., авиация б‑са командующий урынбаҫары. 2007 й. алып запаста. 2008 й. мартынан БР‑ҙың С.‑Петербургтағы вәкиле, 2014 й. башлап Көнбайыш хәрби округы ғәскәрҙәре командующийының хәрби советнигы (С.‑Петербург). Ҡыҙыл Йондоҙ (1984), 3‑сө дәрәжә “СССР Ҡораллы Көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн” (1991), Батырлыҡ (1999) орд. м‑н бүләкләнгән.

Е.А.Смирнов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика