СӘФӘРҒОЛ, Туғанаш, Ҡажат, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 104 км һәм Инйәр т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Инйәр й. буйында, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 118 кеше; 1920 — 127; 1939 — 158; 1959 — 161; 1989 — 126; 2002 — 116 кеше. Башҡорттар йәшәй.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы старшина Мөхәмәтрәхим Сәфәрғолов билдәле. Шулай уҡ Шыршы исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 7 йортта 31 кеше йәшәгән, 1866 й. 20 йортта — 121 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика