СӘҮӘҘЕБАШ, С ә ү ә ҙ е, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Түреш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 55 км алыҫлыҡта Сәүәҙе й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1417 кеше; 1920 — 1586; 1939 — 252; 1959 — 169; 1989 — 688; 2002 — 656; 2010 — 604 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1744 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. 1745 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. Исеме гидронимдан алынған. Шулай уҡ Сеүәҙебаш, Сүәҙебаш булараҡ теркәлгән. 1795 й. 178 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 122 йортта — 669 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. А.М.Ямалиев ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика