СӘТЛӘҮЕКСЕЛӘР, яры ҡанатлылар отрядына ҡараған быраулы бөжәктәр төркөмө. 1900‑гә яҡын төрө билдәле, БР‑ҙа яҡынса 10 төрө бар. Кәүҙәһе 1—5 мм, ҡайһы берҙәренеке 25 мм тиклем оҙонлоҡта, ҡара йәки көрән төҫтә, ҡорһағы ян‑яҡтан ҡыҫылған, эскә индерелгән йомортҡа һалғысы бар. Мыйыҡтары 13—18 быуынтыҡлы, еп рәүешле. Ҡанаттары һирәк һеңерсәле. Йомортҡаларын үҫемлектәрҙең туҡымаларына һала. Ҡарышлауыҡтары С формаһында, аяҡһыҙ, аҡ төҫтә, астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәрҙә, имән япраҡтарында (имән С.) һәм тамырҙарында (тамыр С.) туҡымаларҙы ҙурайта һәм шар формаһындағы (диам. 25 мм тиклем) оролар барлыҡҡа килтерә. Ҡурсаҡтары оролар эсендә үҫешә. С. ике енесле (йәй көнө) һәм партеногенетик (яҙ көнө) быуындарҙың сиратлашыуы билдәләнә. Урманда йәшәй. С. сәскәләрҙең таты һәм үҫемлектәрҙең һуты, балағорттары үҫемлектәрҙең туҡымалары м‑н туҡлана. Ҡайһы бер төрҙәре ауыл хужалығы ҡоротҡостарынан булған бөжәктәрҙең балағорттарында паразит булып йәшәй.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика