СӘТӘЙ‑БӨРЙӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 308 кеше; 1920 — 345; 1939 — 217; 1959 — 222; 1989 — 322; 2002 — 313 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы «“Башҡорт” машина‑технология станцияһы» ДУАХП‑ның Миәкә бүлексәһендә, “Уныш” ЯСЙ‑нда  эшләй. Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға керҙәшлек килешеүе б‑са Бәләбәй өйәҙе Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусының Йәрмөхәмәт һәм Төрөкмән аа. (хәҙ. Төрөкмән 1‑се а.) башҡорттары нигеҙ һала, 1786 й. алып Сәтәй исеме м‑н (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы Мөрсәлей Сәтәев) билдәле. Атамаһының икенсе өлөшө этнонимдан килеп сыға (ҡара: Бөрйән). Шулай уҡ Си(е)тәй, Бөрлән булараҡ теркәлгән. 1865 й. 26 йортта 172 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика