СӘСӘН (монгол теленән цэцэн – аҡыллы), 1) башҡорттарҙа шағир‑импровизатор. С. ижады бик күп быуаттар буйы халыҡты эстетик тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаған, етди ижт.‑сәйәси, әхлаҡи һәм фәлс. функциялар үтәгән. С. төп сифаттары: зирәк аҡыл, тормошто бөтә объектив ҡатмарлыҡтары м‑н ҡабул итеү, килеп тыуған ситуацияла барған хәл‑ваҡиғаларҙы дөрөҫ итеп баһалай белеү һәм шуларҙы халыҡҡа ҡыйыу, дөрөҫ итеп еткереү. С. үҙ әҫәрҙәрен көйләп башҡарған (йыш ҡына халыҡ музыка ҡоралдары аккомпанементы аҫтында). С. сәнғәте үҫешендә бер нисә этап айырып күрһәтелә. Боронғо С. Ҡатай Ғәли сәсән, Торомтай сәсән, Һөйөндөк сәсән, Килдеш сәсән, Йәммәт сәсән, Ҡараҡай сәсән, Яхъя сәсән һ.б. исемдәре билдәле (импровизациялары һаҡланмаған). С. ижадының үҫеүе 16—18 бб. тура килә. Ауыҙ‑тел әҙәбиәтенең төп жанрҙары үҫеш ала: эпос, ҡобайыр, әйтеш, йыр, улар Ҡобағош сәсән, Ерәнсә сәсән, Ҡарас сәсән, Байыҡ Айҙар һ.б. ижадында бирелгән. 17 б. 2‑се ярт. – 19 б. хәл‑ваҡиғалар, башҡорт ихтилалдары (17—18 бб.), крайҙы колониялаштырыуҙың көсәйеүе, идара итеүҙең кантон системаһын индереү – С. ижадында ла сағылыш таба. 19 б. башында йыйындарҙы тыйыу С. аудитория, публика алдында сығыш яһау хоҡуғынан һәм урында халыҡ м‑н турана-тура аралашыуҙан мәхрүм итә, һөҙөмтәлә эпос, ҡобайыр, әйтеш кеүек жанрҙар әкренләп һүнә, аудиториянан тыш шарттарҙа ла таралырға һәләтле булған йыр жанры популярлаша. Мәхмүт сәсән, Буранбай сәсән, Ишмөхәмәт сәсән һ.б. ижадында йырҙарҙың тарихи, соц.‑көнкүреш, лирик һ.б. жанр формалары актуаль булып китә. Бәйет жанры үҫеш ала. Был осор С. ижадында башҡ. халҡының ауыр тормошо, уйҙары һәм өмөт-хыялдары, уның иреккә һәм тигеҙлеккә ынтылышы, ҡоллоҡҡа ҡаршы протест, Ватанға фиҙакәр тоғролоҡ, уны һаҡлау т‑дағы даими хәстәрлек, илһөйәрлек тойғолары сағыла. Төрлө быуын С. араһында күсәгилешле бәйләнеш урынлаша, мәҫ., М.А.Буранғолов Ғәбит сәсәндең, Ғәбит сәсән Ишмөхәмәт сәсәндең, Ишмөхәмәт сәсән Байыҡ Айҙарҙың уҡыусыһы була, байтаҡ шағир-импровизаторҙар үҙҙәренән алда ижад итеүселәрҙең әҫәрҙәрен яттан белгән. 20 б. авторҙарҙың тулыһынса яҙма ижадҡа күсеүенә, ш. уҡ илдәге сәйәси ситуацияға бәйле С. ин‑ты яйлап һүнә бара. 1944 й. Башҡорт АССР‑ының халыҡ сәсәне исеме булдырыла, ул Буранғоловҡа, Ф.Д.Дәүләтшинға, С.Ә.Исмәғилевкә бирелә. С. традицияларын үҙ ижадында А.С.Ғәйнуллина, Р.Ә.Солтангәрәева һ.б.дауам итә.

Әҙәб.: Буранғолов М.А. Сәсән аманаты. Өфө, 1995; Иҙелбаев М.Х. Боронғонан аманат. Өфө, 2007.

 М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика