АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙең туҡланыуын һәм тупраҡтың уңдырышлылығын яҡшыртыусы матдәләр. А. культураларҙың уңдырышлылығын һәм а.х. продукцияһының сифатын (игендең аҡһымын, картуф бүлбеләренең крахмаллылығын, йәшелсә һәм емештәрҙәге витамин миҡдарын һ.б.) күтәрә. Химик составы б‑са органик ашламалар, минераль ашламалар, органик‑минераль (гумофос, сапропель, торфоаммиак һ.б.), бактериаль ашламаларға бүленә; агрономик тәғәйенләнеше б‑са — тура (үҫемлектәрҙе туҡландырыу элементтары бар) һәм ситләтелгән (тупраҡтың физик‑химик һәм микробиол. үҙенсәлектәренә тәьҫир итәләр); килеп сығышы б‑са — урындағы (хужалыҡта алалар йәки табалар) һәм сәнәғәт (пр‑тиеларҙа агрономик мәғдәндәрҙе ҡайтанан эшкәртеү, синтезлау юлы м‑н алалар); туҡлыҡлы матдәләр һаны б‑са — бер яҡлылар (азотлы ашламалар, калийлы ашламалар, фосфорлы ашламалар һ.б.) һәм күп яҡлылар (комплекслы ашламалар); составындағы химик элементтар б‑са — макро‑ һәм микроашламалар. А. тупраҡҡа индерәләр, уларҙың эретмәһен үҫемлектәргә һибеү, орлоҡтарҙы эшкәртеү өсөн файҙаланалар. А. хужалыҡта ҡулланыуҙың күп йыллыҡ планы тупраҡты анализлау нигеҙендә һәм яландағы тәжрибәләр һөҙөмтәһенән сығып төҙөлә. А. а.х. ҡулланыу системаһы төп (һөрөү алдынан), сәсеү алдынан, сәсеү осоронда (орлоҡтар м‑н бергә) һәм өҫтәмә (тамыр аша һәм тамырҙан тыш) ашлауҙан тора. Әсе реакциялы ерҙәрҙә тупраҡҡа эзбиз индереү ҙур әһәмиәткә эйә, һелтелегә — тупраҡҡа гипс индереү. А. тәьҫир итеү көсө үҫемлектең биол., тупраҡтың агрофизик, агрохимик үҙенсәлектәренә һәм хужалыҡты алып барыу культураһына бәйле. А. артыҡ дозаларҙа ҡулланыу тирә‑яҡ мөхитте бысратыуға, а.х. культуралары уңышының кәмеүенә, продукция (картуф, йәшелсә һ.б.) сифатының түбәнәйеүенә һәм унда ағыулы матдәләрҙең йыйылыуына килтерә. Башҡортостанда минераль А. етештереү 20 б. 50‑се йй. аҙағында — 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”), 70‑се йй. башында — Мәләүез химия з‑дында (ҡара: “Минудобрения”), 2002 й. «Торговый дом “Агрохимцентр”» ЯСЙ‑нда (Бүздәк р‑нының Бүздәк а.) башлана. Органик‑минераль А. 90‑сы йй. башлап “БашИнком” ЯСЙ (Өфө) етештерә. Респ. минераль А. ҡулланыу (мең т): 1960 й. — 8,5; 1970 й. — 109; 1980 й. — 260; 1987 й. — 446,5. 2008 й. респ. хужалыҡтарында 46,6 мең т тәьҫир итеүсе матдә (19 кг/ га) минераль А., 3385,6 мең т (1,4 т/ га) органик А., 238,8 мең т (8,2 т/ га) эзбиз материалдары индерелгән; 28997 га эзбизләнгән. 20 б. 50‑се йй. алып А. эшләү һәм уларҙы ҡулланыуҙың эффективлығын өйрәнеү Аграр университетта (С.Ғ.Ғиззәтуллин, С.Н.Надежкин, Н.М.Нурмөхәмәтов, Н.А.Середа, Й.А.Усманов һ.б.), Биология институтында (М.Н.Буранғолова, В.К.Ғирфанов, Ә.Х.Моҡатанов, В.К.Трапезников һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Н.Р.Бәхтизин, В.Х.Хангилдин, Б.П.Шиленко, И.П.Юхин, С.Ә.Әбдрәшитов һ.б.) тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ ҡара: Сидерация.

Н.А.Середа

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке