СӘПСӘҮҘӘР (Charadriidae), сәпсәү һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 70 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 14—30 см, ауырлығы 30—270 г. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, төҫө төрлө: муйынында һәм маңлайында арҡыры ҡара һыҙаты булған һорғолт көрән (галстучник), ваҡ тәтәлдә үектеке маңлайында аҡ һыҙат һәм күҙ тирәләй ҡалын тиреле һары ҡайма м‑н шундай уҡ төҫтә; аҡ төрткөләре булған һоро, алтынһыу һары таптары булған ҡара төҫтә (алтынһыу сәпсәү), охра һәм һоро төҫмөрө булған ҡом төҫөндә (ялан тәгәрләге), ҡуйы ҡыҙыл, күк һәм миләүшә ялтырауығы һәм соңҡаһында оҙон өлпөһө булған ҡара‑һоро йәки ҡара төҫтә (тәгәрлек). Башы ҙур түгел, суҡышы көслө, ҡыҫҡа. Ҡанаттары оҙон, осло. Ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары уртаса оҙонлоҡта, төрлө төҫтә (һоро, ҡара, йәшкелт һоро, һорғолт һары, охра‑алһыу, һары‑ҡыҙғылт һары, ҡыҙыл‑көрән), өс бармаҡлы, диңгеҙ көйөлдөһө һәм тәгәрлектеке — дүрт бармаҡлы. Моногам. Парлап ерҙә, йылғаның һай урындарында, сүплектәр, болондар, һаҙлыҡтар, баҫыуҙарҙа оя ҡоралар. Йылына 1 тапҡыр бала сығаралар, ояла, ғәҙәттә, ҡуйы көрән йәки ҡара таптары булған зәйтүн төҫөндәге, асыҡ көрән, һарғылт йәки йәшкелт 4 йомортҡа була. Башлыса ике ҡош та (ялан тәгәрләгендә, тәгәрлектә — башлыса инә ҡош) 22—30 көн дауамында баҫып ултыра. Төрлө умыртҡаһыҙҙар, бөжәк, еләк, ҡайһы берҙә үҫемлек орлоҡтары м‑н туҡлана. Респ. ваҡ тәтелдәүек, ялан тәгәрләге, тәгәрлек, ала сәпсәү оя ҡора, галстучник, диңгеҙ көйөлдөһө, алтынһыу сәпсәү, тулес миҙгелле күсеүҙәр ваҡытында Башҡортостандың Урал алдында һәм Башҡортостандың Урал аръяғында осрай.Алтынһыу сәпсәү — БР‑ҙыңҠыҙыл китабына, ялан тәгәрләге ш. уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

 Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

 

 

 

 

Яндекс.Метрика