СӘПСӘҮ ҺЫМАҠТАР (Charadriiformes), ҡоштар отряды. 11 ғаиләһе, 300‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда төн сәпсәүҙәре, һаралйын һымаҡтар, сәпсәүҙәр, сипылдаҡтар, сарлаҡтар, беҙсуҡыштар ғаиләһенә ҡараған 50 төр осрай. Ваҡ (ваҡ тәтелдәүек, кәүҙә оҙонлоғо 15 см, ауырлығыы 30—50 г) һәм уртаса (ҙур ҡарабаш сарлаҡ, ярашлы рәүештә 61 см тиклем һәм 950—2000 г) ҙурлыҡтағы, инә ҡоштар эрерәк булған күсәр ҡоштар. Ҡауырһын ҡатламы тығыҙ; төҫө төрлө: башында, арҡаһында һәм ҡанаттарында ҡара таптары булған аҡ төҫтә (беҙсуҡыш), ҡаралы-аҡлы (оҙонаяҡ сәпсәү), буй ҡара сыбарлыҡтары, ҡанаттарында аҡ һыҙаттар һәм таптар булған көрәнһыу (төн сәпсәүе), охра һәм һоро төҫмөрҙәре булған ҡом төҫөндә (ялан тәгәрлеге), йәшкелт ялтырауығы һәм ҙур булмаған аҡ сыбарлыҡтары булған ҡара һоро (ҡара сәпсәү), аҡ, күкрәгендә һәм ян‑яҡтарында ҡарараҡ сыбарлыҡтары булған көрәнһыу‑һоро (божор сәпсәү), ҡара һүрәтле зәйтүн‑һоро (йөк сәпсәүе). Башы һәм муйыны ҙур түгел. Суҡышы тура, һирәгерәк осраҡта аҫҡа йәки өҫкә табан бөгөлгән, оҙон йәки уртаса оҙонлоҡта. Ҡанаттары тар, осло. Күпселек С.һ. ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяҡтары дүрт йәки өс бармаҡлы, оҙон, көслө. Моногам. Парлап, ҡайһы берҙә колониялар м‑н ерҙә, ҡаяларҙа, өң йәки таш аҫтарында оя ҡора. Зәйтүн төҫөндәге, асыҡ көрән, ҡыҙғылт‑охра, һарғылт йәки йәшкелт (төрткөлө йәки таплы) төҫтәге 1—4 йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 20—30 көн дауамында баҫа. Умыртҡаһыҙҙар, үҫемлектәрҙең еләктәре һәм орлоҡтары, ҡайһы берҙәре — балыҡ, емтек, ҡалдыҡтар м‑н туҡлана. Болондарҙа, һайлыҡтарҙа, баҫыуҙарҙа, урмандарҙа йәшәй. Респ. бөтә терр‑яһында таралған. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарының һанын көйләйҙәр. Ябай һаралйын, ҡурпысыҡ, ваҡ һаралйын — һунар объекттары. Ваҡ сарлаҡ, ялан тәгәрлеге, көйөлдө, ҡом һайыҫҡаны, сипылдауыҡ, ҙур ҡарабаш сарлаҡ, беҙсуҡыш БР‑ҙың һәм  РФ‑тыңҠыҙыл китаптарына, алтынһыу сәпсәү — БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

 Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика