СӘПСЕКТӘР (Motacillidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 50 төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 9 төр, уларҙың 7‑һе оя ҡора (урман деүете, аҡ сәпсек, һарыбаш сәпсек һ.б.). Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—23 см, ауырлығы 20—30 г. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, һылашҡан. Төҫө һоро һәм ҡара м‑н берләшкән аҡ йәки һары. Аҡ сәпсек һорғолт төҫтәге ҡауырһын ҡапламы м‑н, маңлайы, яңаҡтары, кәүҙәһенең аҫҡы өлөшө аҡ, өҫкөһө — ҡара төҫтә, тамағында һәм күкрәгендә ҙур ҡара тап бар. Башы ҙур түгел. Суҡышы беҙ формаһында, тура, аяғы нескә һәм оҙон, ер өҫтөндә хәрәкәт итеүгә яраҡлашҡан кәкре тырнаҡлы. Ҡойроғо оҙон, тура йәки уйымлы, ҡара төҫтә; ситке ҡойроҡ ҡауырһындары аҡ. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар эрерәк. Ерҙә, һирәгерәк ағас ҡыуыштарында, ҡая йәки ҡаралтылар ярыҡтарында оя ҡора. Ояһы каса формаһында, ботаҡсыҡтарҙан, үләндән, мүктән яһай, йөн, ҡауырһындар һ.б. түшәй. Йылына 1—2 тапҡыр бала сығара, ояла 4 сыбар йомортҡа. Инә ҡош 14 көн дауамында баҫа. 10 йыл самаһы йәшәй. Ваҡ умыртҡаһыҙҙар, еләктәр, үҫемлек орлоҡтары м‑н туҡлана. Асыҡ урындарҙа йәки ҡуйы булмаған урмандарҙа йәшәй. Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарын юҡҡа сығара, ҡыйүләндәре орлоҡтарын ашай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Яндекс.Метрика