СӘЛИХОВА Эльвина Әхнәф ҡыҙы (18.12.1973, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Прибельский ҡсб), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлаған (1995). 1999—2003 йй. Көнсығышиҡт.‑юридик гуманитар акад. эшләй (2000 й. тиклем бүлек мөдире), 2006 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре һүҙ мәғәнәһенең психолингвистик аспекттарына, социолингвистика, төбәк мәҙәни‑ара коммуникация, шәхес‑ара мөнәсәбәт, этнолингвистика (урыҫ телен, башҡорт телен, татар телен инглиз теле, белорус теле, украин теле һ.б. телдәр м‑н сағыштырыу материалы нигеҙендә) мәсьәләләренә һ.б. арналған. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. юғары уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбаптары, авторы.

Х е ҙ м.: Изучение структуры ассоциативных полей слов: опыт теоретико‑экспериментального исследования. Уфа, 2002; Социо‑ и психолингвистический портрет носителя языка в условиях полиязычного Башкортостана. Уфа, 2007 (авторҙ.); Моделирование процессов овладения и пользования психологической структурой значения слова при билингвизме. 2‑е изд. М., 2015.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика