СӘЛИХОВ Яхъя Шәрәф улы [1893, Һамар губ. Быҙаулыҡ өйәҙе Ҡыҙыл Мәсет а. (Ырымбур өлк. Тоцк р‑ны) — 27.11.1937, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Реаль уч‑щены (Быҙаулыҡ ҡ.), Яңы Александровка а.х. ин‑тын (Харьков ҡ., 1916) тамамлаған. 1916—17 йй. рус армияһында, подпоручик. Быҙаулыҡ өйәҙе земствоһында эшләгән. 1917 й. июленән Башҡорт мәркәз шураһы башҡарма ком‑тында, нояб. Һамар губернаһы башҡорттарынан Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалығына кандидат. 1918 й. авг. алып Башҡорт хөкүмәтенең урман бүлеге, сент. — агрономия бүлеге мөдире. 1919 й. мартынан Көнсығыш фронттың 1‑се армияһында Башҡортостан хәрби-революцион комитеты вәкиле. Майҙан АСБР‑ҙың финанс (бер үк ваҡытта Башҡ‑н ХХС‑ы рәйесе вазифаһын башҡарыусы), сент. — игенселек халыҡ комиссары. 30‑сы йй. Степан Разин ис. Ленинград һыра ҡайнатыу з‑дында эшләй. Репрессиялана, атыла (1937). 1991 й. аҡлана.

А.Ш.Ярмуллин

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика