СӘЛИХОВ Шәйхелислам Ғүмәр улы (4.2.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Боҫҡаҡ‑Ҡуян а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Иҫке Боҫҡаҡ а., — 19.6. 1978, шунда уҡ), Дан орд. тулы кавалеры. 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. алып Саҡмағош р‑нында колхозда эшләй. 1936—38 йй., 1939—40 йй. һәм 1941 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. Дек. алып Калинин, 1‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Дан орд. м‑н разведчик С. 1944 й. 16 авг. Бауска ҡ., 11 сент. Елгава ҡ. (икеһе лә — Латвия ССР‑ы) һәм 1945 й. 31 ғин. Бартенштайн ҡ. (Германия) янындағы алыштарҙа күрһәткән батырлыšтары өсөн бүләкләнә. Демобилизациянан һуң (1945) Иҫке Боҫҡаҡ а. эшләй. Ҡыҙыл Йондоҙ, 1‑се (1945 й. апр.), 2‑се (ш. уҡ йылдың февр.) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Яндекс.Метрика