СӘЛИХОВ Һибәтулла Сәйетбаттал улы, Һибәтулла Ҡарғалы [1794, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Түб. Себенле а. (Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны) – 1867, Сәйет губ. ш. уҡ исемле өйәҙе ш. уҡ исемле посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а.], башҡ. шағиры. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәне тамамлағандан һуң шунда уҡ, һуңынан Сәйет посадында уҡыта. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Уның ижади формалашыуына көнсығыш әҙәбиәте йоғонто яһай. Суфыйсылыҡ лирикаһы төшөнсәләре арсеналын ғәмәли үҙләштереүе һәм жанр‑стиль үҙенсәлектәрен белеүе шағирға Урал-Волга буйы төрки теленең тасаууф әҙәбиәте классикаһы булып киткән әҫәрҙәр ижад итеүгә мөмкинлек бирә. С. шиғри мираҫынан төрлө жанрҙарҙан торған 10‑ға яҡын әҫәре һаҡланған: ғәзәл, мәрҫиә, мөнәжәт, нәсихәт һ.б. С. ижадының төп идеялары – диндарлыҡты, намыҫ һәм дәрәжәне һаҡлау, башҡаларҙы хөрмәт итеү. Шағир фекере б‑са, әхлаҡтың төшөүе, шәриғәт нормаларын үтәмәү, юғарылағыларҙың ҡанһыҙлығы, күҙ буяуы һәм уларҙың ябай халыҡ бәләләренә битараф булыуы яуызлыҡтың һәм ялғандың тамыры булып тора. 1839 й. яҙылған һәм 19 б. (тәүге тапҡыр 1856 й.) бер нисә тапҡыр яңынан баҫтырылған “Мәжмәғ әл‑әдаб” китабында үҙе йәшәгән осорҙағы йәмғиәт әхлағын ҡабул итмәүе, донъяның боҙоҡлоғо һәм ялғанлығы сағылыш тапҡан. Мәҙрәсәлә уҡыу программаһына ингән “Дөрре ҡәләм” (1856; “Ҡиммәтле һүҙҙәр”) шиғри йыйынтығы, “Тәндә йәнем” шиғыры, “Рисәлә әд-дохан” (“Тәмәке тартыу тураһында шиғыр”), балалар өсөн ғәрәп теле фонетикаһы б‑са “Төхвәт әл-әүлад” (“Балаларға бүләк”) әсбабы һ.б. авторы. С. ҡулъяҙмалары ТТӘИ‑нең Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡульяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында, Ҡазан, С.‑Петербург һ.б. архивтарында һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2‑се т. Өфө, 1990; Харисов А.И. Литературное   наследие башкирского народа (XVIII–XIX века). Уфа, 1973; Шарипова З.Я. Пером и словом. Уфа, 1993.

  З.Я.Шәрипова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика