СӘЛИХ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Ямаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Шәршәҙе й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 581 кеше; 1920 — 651; 1939 — 584; 1959 — 645; 1989 — 373; 2002 — 381 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Маяҡ” АХПК‑нда эшләй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана бар.

    Ауылға 18 б. аҙ. Бөрө өйәҙе Урман‑Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Рәхмәтулла Сәлихов билдәле. 1795 й. 5 йортта 23 кеше йәшәгән, 1865 й. 38 йортта — 222 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й.  ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика