СӘЛИХ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Алкин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 25 км һәм Алкин т. юл ст. Т. табан 10 км алыҫлыҡта Уҙы й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1322 кеше; 1920 — 1600; 1939 — 1009; 1959 — 525; 1989 — 265; 2002 — 282; 2010 — 252 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). М. Аҡмулла ис. БДПУ‑ның “Сәлих” соц.‑белем биреү үҙәге, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1746 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп ултыра. Тәүге төпләнеүсе Сәлих Мөслимов исеме м‑н аталған. 1865 й. 178 йортта 1068 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 4 һыу тирмәне, 6 бакалея кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 5 һурҙырғыслы һыу тирмәне, 2 тимерлек, 5 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ ҡымыҙ эшләү күрһәтелгән. Х.Ғ.Сафиуллин ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова, Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика