СӘЛИХ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Исем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 85 км алыҫлыҡта Оло Эйек й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 178 кеше; 1920 — 195; 1939 — 195; 1959 — 142; 1989 — 89; 2002 — 95 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Ергән МТС‑ы” ААЙ‑нда эшләй. Клуб бар.

    Ауылға Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1816 й. алып билдәле (6 йорт иҫәпкә алынған). 1866 й. 27 йортта 140 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика