СӘЛӘХ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡәнзәфәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 100 км алыҫлыҡта Бараҡалтиле й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 177 кеше; 1959 — 161; 1989 — 142; 2002 — 168; 2010 — 161 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙ. Йылайыр кантонында ш. уҡ кантондың Үрге Ғәле а. кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Сәләх Мортаев исеме м‑н аталған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика