СӘЛӘМ Ғәлимов (ысын исеме Ғәлимов Сәләм Ғәлим улы; 18.1.1911, Пермь губ. Екатеринбург өйәҙе Тәгеш а., хәҙ. Силәбе өлк. Сосновка р‑ны Оло Тәгеш а., — 19.7.1939, Ленинград), шағир. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1937). 1928 й. алып Арғаяш кантоны мәктәптәрендә уҡыта, 1930—33 йй. “Башҡурдистан” (ҡара: “Башҡортостан”) гәз. хеҙм‑ре, 1937—38 йй. Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда (Өфө) эшләй. “Хәүеф” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1932 й. сыға. С. шиғриәтенә юғары гражданлыҡ пафосы, ялҡынлы публицистика һәм тәрән лиризм, жанр һәм тематика төрлөлөгө, интонацион‑ритмик экспрессивлыҡ хас. “Республика иртәһе” шиғырында, “Өс йыр” (1935), “Шоңҡар” (1936), “Бала” (1939) һ.б. поэмаларында шағир йәшәгән осорҙоң бөйөклөгө тасуирлана, уның характерлы һыҙаттары, шәхес м‑н халыҡтың, Ватандың үҙ‑ара мөнәсәбәттәре асыла. “Ҡыҙыл букет”, “Һүҙҙәр һәм эштәр”, “Синьор һәм балалы ҡатын” һ.б. балладалары пацифистик характерҙа яҙылған. “Поезда булған ваҡиға”, “Крәҫтиән субы”, “Беҙ ҡасандыр яҡын дуҫтар инек” сатирик һәм юмористик шиғырҙарында мещанлыҡ, наҙанлыҡ, артта ҡалғанлыҡ фашлана. Балалар өсөн “Ни өсөн бесәй ҙур бәләгә ҡапты” (1941) китабы, индустриялаштырыу һәм яңы тормош төҙөүгә арналған публицистик мәҡәләләр авторы. Әҫәрҙәре урыҫ һәм татар телдәренә тәржемә ителгән. А.С.Пушкиндың “Сиғандар” (“Цыгане”) поэмаһын, М.А.Светловтың “Гренада” шиғырын һ.б. башҡ. теленә тәржемә иткән. С. “Салауат” (1938; Б.Бикбай м‑н берлектә) пьесаһы Башҡорт драма театрында ҡуйылған. Уның шиғырҙарына А.К.Кукубаев “Республика иртәһе” (“Утро Республики”, 1989) ораторияһынижад иткән. С. “Бабсаҡ менән Күсәк”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Ҡуңыр буға” эпостары варианттарын һәм башҡ. фольклорының башҡа әҫәрҙәрен яҙып алған. “Башҡорт  совет халыҡ йырҙары” (1939) китабының авторы‑төҙөүсеһе. Башҡортостан совет яҙыусыларының 1‑се съезы делегаты (Өфө, 1934). С. исеме м‑н тыуған ауылында, Өфөлә урамдар аталған. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты 1967 й. уның ис. премия булдыра (1990 й. тиклем бирелгән).

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1962; Шиғырҙар һәм поэмалар. Өфө, 1985.

Әҙәб.: Әхмәтйәнов К. Ғ.Сәләм: Тормошо һәм ижады. Өфө, 1980; Вахитов Ә. Шиғриәт шоңҡары: ижади портрет. Өфө, 1984.

 Ф.Т.Күзбәков

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Яндекс.Метрика