СӘКӘНТАМАҠ, Шаран р‑нындағы ауыл, Түбәнге Зәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 33 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 216 кеше; 1920 — 239; 1939 — 350; 1959 — 317; 1989 — 187; 2002 — 142 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1742 й. алып билдәле (керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар һәм типтәрҙәр урынлашҡан). 1731 й., 1816 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙарҙың яңы төркөмдәре урынлаша. Шулай уҡ Ҡо(у)лсубай, Сәкәйтамаҡ, Сәкмән‑Тамаҡ‑Ҡолсубай булараҡ теркәлгән. 1795 й. 10 йортта 34 кеше йәшәгән, 1865 й. 23 йортта — 94 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика