СӘЙӘХӘТНАМӘ (ғәр.), с ә й ә х ә т, ю л ъ я ҙ м а л а р, нигеҙендә сәйәхәтсенең күҙәтеүҙәре, кисерештәре, уйланыуҙары ятҡан әҙәби жанр, әҫәр. Урал‑Волга буйы төрки телендәге тәүге С. изге урындарға хаж ҡылыуҙы һүрәтләй. Мортаза‑Ғәли ибне Ҡотлоғоштоң 1703 й. Ғәрәбстанға, Мөхәммәт‑Әмин Ғүмәр улының 1783 й. сәйәхәттәре т‑дағы хажнамәләре иң тәүге С. тип иҫәпләнә. Рәсәй һәм Урта Азия илдәре араһында сауҙа һәм дипломатик мөнәсәбәттәрҙең урынлашыуы С. тематик диапазонын киңәйтә. Исмәғил Бикмөхәмәттең әҫәре 1751–83 йй. сауҙа юлдарын асыр өсөн Һиндостанға сәйәхәтен һүрәтләүгә арналған. 19 б. башҡорт әҙәбиәтендә С. жанры Ә.Ҡарғалы, М.И.Өмөтбаев, Ғ.Соҡорой һ.б. ижадында бирелгән. 20 б. 2‑се ярт. – 21 б. башында С. М.Кәрим, (“Вьетнам алыҫ түгел” циклы; 1956), К.Мәргән (“Йыр дәфтәре” китабы; 1964), Ғәли Ғ.Ибраһимов (“Дуҫтар ерендә” китабы; 1958); Н.Нәжми (“Һиндостан сәхифәләре” китабы; 1960); Р.Т.Бикбаев (“Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән” китабы; 2002) һ.б. мөрәжәғәт итә.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика