СӘЙӘСИ ҺӨРГӨН, сәйәси енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнгән йәки шик аҫтына алынған кешеләрҙе билдәле бер урында йәшәргә мәжбүр итеп язалау сараһы. Рәсәйҙә 16 б. алып ҡулланылған, 19 б. – 20 б. башында киң таралған. Суд йәки адм. тәртиптә билдәләнгән. Һөргөнгә ебәрелеүселәр араһында күсерелгәндәр һәм репрессияға эләккән һалдат һәм офицерҙар (алыҫ ҡәлғәләр гарнизонына ебәрелгәндәр) айырып йөрөтөлгән. Башҡортостанда тәүге сәйәси һөргөндә булыусылар – М.А.Нагой һәм А.И.Власьев (Борис Годунов тарафынан Өфө өйәҙенә воевода вазифаһына ебәрелгәндәр), сит илдән поляктар (1795 й. Речь Посполитаяны 3‑сөгә бүлгәндән һуң Өфөгә һөрөлгәндәр) иҫәпләнә. Ырымбур губернаһына 1817–26 йй. – хәрби торамаларҙаƒы сыуалышта (Новгород, Курск һәм Харьков губ. 20 офицер һәм граждан чиновнигы), 1819 й. Чугуев ихтилалында (9 офицер һәм 261 һалдат), 1820 й. Семёновск полкы ихтилалында (285 һалдат) ҡатнашыусылар; декабристар; 1830–50‑се йй. арауыƒында 1830–31 йй. поляк ихтилалында (5,6 меңләп һалдат һәм офицер) ҡатнашыусылар, ағалы‑ҡустылы Критскийҙар һәм Н.П.Сунгуровтың Мәскәү йәшерен революцион түңәрәге (А.Кноблох, Ю.П.Кольрейф, Н.Ф.Лушников, А.П.Салтанов һ.б.), Кирилл‑Мефодий йәмғиәте һәм М.В.Петрашевский түңәрәге (В.А.Головинский, А.В.Ханыков, П.Г.Шапошников, А.Н.Плещеев, Т.Г.Шевченко) ағзалары, Польша, Белоруссия, Литва һәм Украинала милли‑азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәрҙәре (Э.Желиговский, И.Завадский, С.Круликевич, З.Сераковский, Я.Станевич һ.б.) һөрөлгән. Һөргөнсөләр Ырымбур йәшерен йәмғиәте эшмәкәрлегенә сәйәси йоғонто яһаған. 1850 й. Ырымбур айырым корпусында 1667 сәйәси һөргөнсө иҫәпләнгән, 1856 й. алып Александр II иғлан иткән амнистия башланғас, уларҙың һаны кәмей башлаған. Урындағы хакимиәт һөргөндәгеләрҙе губерна һәм өйәҙ учреждениеларында, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡ мәғарифы органдарында эшкә йәлеп иткән. Улар мәҙәни‑ағартыу эше алып барған, музей һәм китапханалар асыуҙа ҡатнашҡан, Көньяҡ Уралдың тәбиғи байлыҡтарын өйрәнгән, минералдар, зоологик һәм ботаник коллекциялар йыйған, башҡорт һәм ҡаҙаҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнгән. Һөргөнгә ебәрелгән поляк революционеры Ф.К.Зан башҡ. йыр фольклорын йыйған, Неплюев кадет корпусында тәбиғәтте өйрәнеү һәм этнография музейын ойошторған. 19 б. аҙ. төбәктә сәйәси һөргөнсөләр иҫәбе арта. Өфөгә народоволецтар О.В.Аптекман, С.Я.Елпатьевский, П.И.Кларк, ш. уҡ В.А.Кугушев һөрөлгән. Петербург, Мәскәү, Иваново‑Вознесенск, Түб. Новгород һ.б. ҡалаларҙан социал‑демократтар (О.А.Варен-цова, В.Н.Крохмаль, Н.К.Крупская, А.Н.Орлов, П.Ф.Савинов, А.И.Свидерский, Е.Д.Стасова, А.Д.Цюрупа һ.б.) һөргөнгә Өфө губернаһына ебәрелгән. 1917 й. 6 мартында Ваҡытлы хөкүмәт сәйәси амнистия иғлан итә, 26 апр. С.һ. рәсми рәүештә юҡҡа сығарыла. Октябрь революцияһынан һуң, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1922 й. 10 авг. декретына ярашлы, адм. һөргөн ҡулланылған (һөргөн осорона һайлау хоҡуғынан мәхрүм иткәндәр). Һөрөлгәндәр урындағы Эске эштәр ХК органдары күҙәтеүе аҫтында булған. Декретҡа ярашлы, һөргөн урындарының береһе итеп БАССР билдәләнгән. М.А.Спиридонова, М.К.Любавский, К.Пятс, И.С.Киссельгоф һ.б. Өфөгә һөрөлгән. Кулактарҙы бөтөрөү (ҡара: Кулактар) осоронда 6 меңдән ашыу ғаилә (32 меңгә яҡын кеше) БАССР‑ҙан Себергә һәм илдең төньяҡ райондарына оҙатылған, 5,8 мең ғаилә (30 мең самаһы кеше) республиканың 17 махсус ҡасабаһына урынлаштырылған. Махсус күскенселәрҙе урман ҡырҡыу, рудниктарҙы, шахталарҙы эшкәртеү, заводтар төҙөүгә йәлеп иткәндәр. 1954 й. 4 майында КПСС ҮК Президиумы суд һәм судтан тыш органдар тарафынан контрреволюцион эшмәкәрлек өсөн хөкөм ителеп, биктә тотолған һәм һөргөндә булғандарҙың эшен ҡайтанан ҡарау т‑да ҡарар сығара; СССР Прокуратураһы–ЭЭМ–Дәүләт именлеге ком‑тының махсус комиссияһы ойошторола. 1956 й. мартына 153502 кешенең эшен ябыу, яза ваҡытын кәметеү, һөргөндән азат итеү, СССР ЮС‑ы Президиумының 1953 й. 27 мартындағы “Амнистия тураһында”ғы указын (ҡара: Сәйәси репрессиялар) ҡулланыу саралары күрелгән. 

Әҙәб.: Г в о з д и к о в а И.М. Оренбургская политическая ссылка на дворянском этапе освободительного движения в России // Социально‑экономическое и политическое развитие Башкирии в конце XVI – начале XX в.: сб. ст. Уфа, 1992.

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика