СӘЙӘРҒӘЛИЕВ Барый Сәйәрғәли улы [12.12.1907, Пермь губ. Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ а. (Силәбе өлк. Ҡоншаҡ р‑ны) – 1964, Өфө], тел белгесе. Филол. ф. канд. (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1940) 1941 й. тиклем Дәүләкән пед. уч‑щеһында, 1945 й. алып Башҡ. театр‑художество уч‑щеһында уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1951—64 йй. ТТӘИ хеҙм‑ре. Башҡортса‑урыҫса (1958) һәм урыҫса‑башҡортса (1964) һүҙлектәрҙе төҙөүселәрҙең береһе. “Башҡорт телендә ярҙамсы һүҙҙәр” (1960) хеҙмәте авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика