“АШҠАҘАР”, ҡошсолоҡ фабрикаһы, ЯСЙ, “Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө” ЯСЙ составына инә. Йомортҡа һәм ҡош ите етештереүгә махсуслаша. Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан. “А.” составына 22 төп етештереү цехы инә; ярҙамсы цехтар: йомортҡаларҙы сорттарға айырыу һәм ҡаптарға һалыу (1971 й. нигеҙ һалына), һуйыу (1972), йомортҡа иҙмәһен киптереү (1985), меланж пастеризациялау (2007) һ.б. Фирма магазины, ашханаһы һ.б. бар. 2009 й. 434 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 47,3 га. Ҡош һаны 637 мең тәшкил иткән, ш. иҫ. йомортҡа һалған тауыҡтар — 523 мең; йомортҡа һалыусанлыҡ — йылына 298 дана, оло ҡоштар һаҡланғанлығы — 87,2%, йомортҡа етештереү — 170 млн дана, ит — 126,7 т, субпродукттар — 17,1 т, фарш — 111,6 т. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1971 й. нигеҙ һалына, 2000 й. алып — “Башптицепром” ДУАХП бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. — “Баш­ҡортостан” ҡошсолоҡ ф‑каһы ААЙ-ның “Стәрлетамаҡ” филиалы, 2008 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. “А.” продукцияһы “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә (Мәскәү, 2009), “Йылдың иң яҡшы тауары” респ. смотр‑конкурсында (Өфө, 2008) алтын миҙалдар һәм дипломдар м‑н билдәләнгән.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке