СӘЙЕТОВ Ғабдулхай Сәйет улы [3.4.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Текән а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) — 27.7.2000, БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Сорғолдо а.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. майынан Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се удар армия 230‑сы уҡсылар див. 988‑се уҡсылар полкының взвод ком. ярҙамсыһы сержант С. 1945 й. 24 апр. Берлин янында Шпрее й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң Тәтешле р‑нының С.М.Киров ис. к‑зында эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Тәтешле р‑нының Үрге Тәтешле а. урамға С. исеме бирелгән, уға һәйкәл ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика