СӘЙЕТ‑КӨРЙӘ, Борай р‑нындағы ауыл, Таңатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 40 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 108 км алыҫлыҡта Шүлейә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 709 кеше; 1920 — 883; 1939 — 708; 1959 — 150; 1989 — 314; 2002 — 208 кеше. Башҡорттар йәшәй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Бөрө өйәҙе Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Шулай уҡ Ғәббәс‑Көрйә, Көрйә‑Сәйет исемдәре м‑н теркәлгән. Керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр йәшәгән. 1795 й. 32 йортта 137 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 443 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, тоҡ тегеү, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. кәсептәр араһында ш. уҡ ылаусылыҡ күрһәтелгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика