СӘЙЕТБАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 21 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 89 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 524 кеше; 1920 – 682; 1939 – 570; 1959 – 397; 1989 – 339; 2002 – 335; 2010 – 282 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1715 й. алып билдәле. 1790 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр төпләнгән. Шулай уҡ Абдулла, Көсөкбай, Сәйет исемдәре м‑н теркәлгән. 1865 й. 50 йортта 310 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика