СӘЙЕТБАБА, М ы р ҙ а ҡ а й, Ғафури р‑нындағы ауыл, Сәйетбаба а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 57 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 72 км алыҫлыҡта Мәндем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1092 кеше; 1920 – 1798; 1939 – 1960; 1959 –__1938; 1989 – 1396; 2002 – 1543; 2010 – 1452 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Сәйетбаба урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры), китапхана, мәсет бар; башҡорт тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй.

Ауылға Нуғай даруғаһы Кесе‑Табын улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе Сәйетбаба Көбәков исеме м‑н аталған. 1795 й. 33 йортта 300 кеше йәшәгән, 1865 й. 148 йортта – 864 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, 2 тимерлек, 2 мануфактура һәм 4 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсептәре һәм тирмән ташы яһау булған. 19 б. башында С. 18 б. аҙ. нигеҙләнгән Яңы Сәйетбаба бүлендек ауылы ҡушыла. С. эргәһендәге сәтләүек ағасы ҡыуаҡлығы – тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ә.Ә.Ишмырҙин, Ғ.С.Ҡунафин, Л.Ф.Фәйзуллина, Н.Ф.Шәйхулов, Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Г.М.Яҡупова, Л.М.Яҡшыбаева ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика