СӘЙЕТ ХӘЙӘЛИН, С ә й е т Х ә л ә л и н (яҡынса 1695 – ?), сауҙагәр. Ҡазан өйәҙенең Сабы а. (Байҙар Сабы) татары. 1735 й. сент. алып Башҡорт эштәре комиссияһында тәржемәсе булып хеҙмәт иткән. Башҡорт ихтилалдары (1735–40) ваҡытында хөкүмәт отрядтары составында баш күтәреүселәр м‑н һөйләшеүҙәрҙә тылмас булған. 1744 й. алып сауҙа иткән татарҙарҙың старшинаһы, Ырымбур провинцияһының Ҡарғалы а. күсеп ултырған. Сенаттың 1745 й. 8 авг. указы б‑са Көнсығыш илдәр м‑н сауҙа ойоштороуҙа айырым хоҡуҡтарҙан файҙаланған. Урта Азия илдәренә бер нисә сауҙа каруаны ойошторған. Сәйет биҫтәһе уның хөрмәтенә аталған.

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Яндекс.Метрика